“Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” тигән бәйгегә заявкалар ҡабул ителә. Унда 16 йәштән 35 йәшкәсә ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Конкурс “Интернет эшҡыуарлыҡ”, “Ауыл хужалығы”, “Сауҙа”, “Хеҙмәттәр күрһәтеү” һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уҙғарыла. Республикала һайлап алыу этабы августа ойошторола. Иң күп мәрәй йыйыусылар федераль конкурста сығыш яһау хоҡуғы ала.






