Инйәр урмансылығында янғын туҡтатылған

Фото №1 - Инйәр урмансылығында янғын туҡтатылған

Ут 5 гектар майҙанды ялмап алған. Республика Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 11 июнгә тиклем Башҡортостанда 103 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың күбеһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүенән сыҡҡан. Төбәктә янғындан зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны 1 мең 354 гектар. Урман янғындары сыҡҡанда 8-800-100-94-00, 8 (347)-218-14-14 телефондарына шылтыратығыҙ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ