«Шағир көндәлеге». Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына бағышланған кинокартинаны төшөрөү тамамланды. Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов. Картина 50-се, 60-сы йылдарҙы сағылдыра. “Тамашасылар Рәми Ғариповтың дуҫтарын да, хеҙҙмәттәштәрен дә күрәсәк”, - ти сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова.




