Ҡоролтай башҡарма комитеты өсөн каникулдар юҡ- ул эшмәкәрлеген йыл әйләнәһенә дауам итә. Төрлө йүнәлештәге сәйәси, мәҙәни, социаль өлкәләргә, тарихи ваҡиғаларға, йолаларға ҡағылған саралар теҙмәһе тиҫтәнән ашып китә. Нефтекаманан хәбәрсебеҙ Зилә Аҙнабаева һөйләй.




