Республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте «Урал» базаһындағы алты автоцистерна менән тәьмин ителде

Ҡеүәтле техника асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Үҙ сығышында ул коронавирус пандемияһы булыуға ҡарамаҫтан, төбәктә яңы янғын частары асылыуын, матди-техник база нығыуын билдәләне.

Машиналарға килгәндә, улар Белорет, Нуриман, Өфө райондары, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалаларының янғын һағы бүлексәләренә тәғәйенләнгән. Авария-ҡотҡарыу эштәрендә файҙаланыласаҡ.

2030 йылға тиклем Башҡортостанда янғын һүндереү, ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы ҡабул ителгән. Уның сиктәрендә йыл башынан 38 берәмек техника һатып алынған. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 73 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Бөгөн тапшырылған автоцистерналарҙы водителдәр юғары баһаланы, алты техника ла район-ҡалаларға юлланды.

Фото №1 - Республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте «Урал» базаһындағы алты автоцистерна менән тәьмин ителде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ