Нефтекамала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Әлегә эш яҡынса етмеш процентҡа теүәлләнгән. Объект сафҡа инеү менән ҡаланың башҡа мәктәптәре бушатылып, ике сменалап уҡыуға нөктә ҡуйыласаҡ. Яңы белем усағы мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Нефтекаманың 24-cе микрорайонында йәшәүселәр ҡеүәтле техника тауышына күнегеп бөткән. Яңы биҫтә үҙәгендә мәктәп төҙөлөшө гөрләй. Объектҡа «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә нигеҙ һалынған. Проект буйынса ул быйыл йыл аҙағына тиклем сафҡа инергә тейеш. Әлегә участкала инженер селтәрҙәр һуҙылған, төп көстәр бинаны тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләүгә йүнәлтелгән.

Стеналар тигеҙләнә, плиталар түшәлә, елләтеү системаһы ҡуйыла. Эш күләме ҙур. Шулай ҙа материалдарҙың ваҡытында килтерелеүе төҙөлөштө тотҡарлыҡһыҙ алып барырға ярҙам итә. Штукатурсы Фира Мерзлякова әйтеүенсә, Нефтекамалағы иң ҙур мәктәпте күтәреүҙә ҡатнашыу эшкә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Сифат – тәүге урында.

Мәктәптә ике спорт залы буласаҡ, асыҡ һауала футбол, волейбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары ҡаралған. Яңы белем усағы ҡалалағы уҡытыу процессын да камиллаштырырға ярҙам итәсәк. Мәғариф учреждениеларында сменалап уҡыу төшөнсәһе юҡҡа сығыр тип көтөлә.

Фото №1 - Нефтекамала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ