Документҡа ярашлы, ғалимдар район биләмәһендә этнографик тикшеренеүҙәр уҙғарып, мәктәп уҡыусылары, педагогтар һәм музей хеҙмәткәрҙәре өсөн экскурсиялар ойошторасаҡ.
Проект тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, «Тәтешле ерлегенең боронғо ҡомартҡылары» тип исемләнгән интерактив карта булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әле муниципалитетта илленән ашыу археологик ҡомартҡы хаҡында мәғлүмәт тупланған.
Гөлназ Хәйбуллина




