Белем усаҡтарында мәктәп яны лагерҙары асылды. Баймаҡ районында өс көндөҙгө лагерь эшләй. Уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороу «Йәйләү» программаһы нигеҙендә алып барыла.
Отряд урынына – ырыу, командир вазифаһында – башлыҡ. Һәм мотлаҡ башҡорт телендә аралашыу. Халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү. Ошондай талаптар ҡуя билдәле педагог һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы.
Мәктәп яны лагерында балалар халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән генә танышып ҡалмай. Улар төрлө өлкәлә белемдәрен камиллаштыра,яңы һөнәрҙәр үҙләштерә. Лагерь 21 көнгә иҫәпләнгә. Ике тапҡыр ашатыу ҡаралған. Билдәләргә кәрәк, был миҙгелдә мәктәп ашханалары етди күҙәтеү аҫтына алынды.
Һауыҡтырыу лагерында бала физик яҡтан ғына нығынырға түгел, ә рухи яҡтан да үҫешергә тейеш. Башҡорт ырыуҙарының тамғаларын, оранын өйрәнеп, уны хәтерендә ҡалдырған осраҡта ла Йәйләү проекттының һөҙөмтәһе бар тигән һүҙ. Бер нисә йыл дауамында тормошҡа ашырылған программа һис шикһеҙ маҡсатына ирешер һәм рухлы балалар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер.
Әлфиә Хәмитова




