Үҙәк балалар һәм үҫерҙәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк. Социаль объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты. Балаларҙың бәхетле каникул көндәре нисек үтә? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.
Балалар авиамоделләү түңәрәгендә өс кимәлдә самолет эшләү серҙәренә өйрәнә. Робототехника түңәрәгенә үҫмерҙәр ҡыҙыҡһынып йөрөй. Уларға шәхсән проекттарын яһау өсөн планшеттар һәм интерактив таҡта ла бар.
Ә икенсе ҡатта ял итеүсе балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә. Заманса уңайлыҡтары булған корпуста балаларҙың һәләтен үҫтереү һәм йәшәү өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған.
Лагерь Башҡортостандың маҡсатлы программалары фонды аша республика ҡаҙнаһынан бүленгән сығымдарға һәм хәйриә иҫәбенә яңыртыпған. Объект өсөн 153 миллион һум аҡса тотонолған. Тәүге сменала ял итеүселәрҙе Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александ Сидякин сәләмләне.
Бассейн төҙөлгән, көндәр йылыныу менән малай-ҡыҙҙар унда һыу инәсәк. ГТО нормалары үтәү, сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн спорт ҡоролмалары бар. Волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары смена башынан бирле асыҡ.
Лагерь 250 балаға иҫәпләнгән, был элеккеһенән йөҙ балаға күберәк. Әлегә санпин талаптары буйынса 70 процент ҡына тулыланған. Тәүге сменала Башҡортостан, Санкт-Петербург һәм хатта Тыва республикаһынан килгән 160 уҡыусы ял итә. Беренсе смена «Аманат» исеме аҫтында туризм-крайҙы өйрәнеү йүнәлешендә эшләй.
Балалар һауыҡтырыу үҙәге ҡатнаш урман эсендә урынлашҡан. Тәбиғәт, саф һауа һәм үҫтереүсе программалар менән уҡыусыларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтәсәк.
Рәмилә Исмәғилева




