Башҡортостанда ҡыҙ өләсәһенең картаһынан 100 мең һум урлаған

Стәрлетамаҡта аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе ҡыҙ ҡулға алынған. Аҡсаға полицияға мөрәжәғәт иткән әбейҙең туғаны айыу майы һөртөүе асыҡланған.

Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә әбейҙең булған сим-картаһы юғалған. Уға банк картаһы бәйле булған. Уның артынса аҡсанан да елдәр иҫкән. Әммә тиҙҙән был мәкерлекте әбейҙең 18 йәшлек ейәнсәре башҡарыуы асыҡланған. Аҡсаларҙы ҡыҙ дуҫтары иҫәбенә күсергән. Тегеләр был турала бер ни белмәй ҙә ҡалған.

Урланған аҡсаларҙы бур ҡыҙ тотоноп бөткән. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.