Башҡортостан халҡы бөгөн бер юлы өс байрам билдәләй
Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты декларацияһын ҡабул итеүгә 31, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 447 һәм милли геройыбыҙ – Салауат Юлаевтың тыуыуына – 267 йыл.
Уның тарихы Советтар союзы тарҡалғандан һуң,1990 йылда дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итеүгә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй көнө халыҡ араһында айырыуса киң билдәләнә.
Бөгөн шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙенең тыуған көнөн билдәләй. 1574 йылда Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән ҡәлғә 1586 йылдан башлап Өфө тип атала башлай.
Бөгөн Имәнҡала тип йөрөтөлгән урында- хәҙерге «Дуҫлыҡ монументы»на республика етәксеһе Радий Хәбиров, хөкүмәт ағзалары, депутаттар сәскә һалды. Өфө миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар исемлегендә. Ул йылдан-йыл матурая, үҫә. Ысын мәғәнәһендә Бөйөк Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы.
Республика етәкселеге милли батырыбыҙ һәйкәленә лә сәскә гөлләмәләре һалды. Республика бөгөн Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы билдәләй. Башҡорт халҡы өсөн Салауат азатлыҡ, рухи ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Быуаттар үтеү менән уның исеме тағы ла данлыраҡ, ғорурыраҡ яңғырай.
Республикабыҙҙа милли батырыбыҙ исеме менән дәүләт символикаһы, юғары наградалар,ҡала, район исемдәре, спорт командалары, мәҙәни коллективтар бәйле. Баш ҡала ҡунаҡтарын бейек ярҙан ҡаршы алыусы Салауат һәйкәле лә тотош илдә иң ҙур атлы һын.
Республика етәкселеге артабан 2019 йылда телеүҙәк алдында ҡуйылған Шәйехзада Бабич һәйкәленә юлланды. Шағир һынына ла сәскә гөлләмәләре һалынды.
Айнур Кәбиров






