Тау башында балҡый бер ҡала...

Өфө үҙенең тыуған көнөн иркен юлдары, төҙөкләндерелгән парктары, ремонланған ихаталары һәм күркәмләнгән подъездары менән ҡаршы алды. Байрам көнөндә оҙайлы ваҡыт проблемалы һаналған тағы ла бер участка сафҡа инде.

Капиталь ремонтан һуң 8-се март һәм Комсомол урамының бер өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Ә инде байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда ойошторолдо. был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Рәсәй һәм ҡала көнөнә оло бүләк. Байрам уңайынан 8-се март һәм Комсомол урамдарында транспорт хәрәкәтенә рәсми старт бирелде. Был көндө водителдәр күптән көтә ине. Ремонт эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө федераль проект ярҙамында башҡарылды. Белгестәр әйтеүенсә, яңы технология буйынса түшәлгән асфальт ышаныслы булыр тип көтөлә. Әммә әлегә Комсомол урамының бер өлөшө генә асылған. Республика етәкселеге ҡалған участканы 1 сентябргә тиклем файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйған.

Я был ваҡытта Ленин исемендәге майҙанда байрам саралы үтә. Учалынан Дим Мөжәүиров һәр кемде ҡурай серҙәренә төшөндөрә. Оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙар ҙа бик теләп ҡатнаша. Уральск ҡасабаһының музыкаль мәктәбендә эшләгән замандашыбыҙ алтын ҡуллы булараҡ та билдәлелек яулаған. Өфө халҡына ул үҙе эшләгән музыка ҡоралдарын да килтергән.

Бөгөнгө байрам бала сағы Бөйөк Ватан һуғыш йылдарына тура килгән кешеләр өсөн айырыуса әһәмиәтле булды. Уларға махсус статус биргән танытмалар тапшырылды.

Әле Башҡортостанда 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған 189 мең 155 кеше йәшәй. Уларҙың 93 проценты төрлө нигеҙҙә социаль ярҙам саралары менән файҙалана. Ә 13 меңдән ашыу кеше льготалы категорияларҙың береһенә лә ҡарамай. Шуға ла был танытма уларға ла төрлө социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

Байрамда мәктәп уҡыусылары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Йәш быуын Рәсәй гражданының шәхесен раҫлаусы төп документҡа эйә булды.

Халыҡ бөгөн Рәсәйҙең йылдам үҫешкән төбәгендә йәшәүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Юлдар менән бергә парктар төҙөкләндерелә, фонтандар асыла, ихаталар һәм подъездарға яңы һулыш бирелә. Кешеләрҙең тормоштан ҡәнәғәтлек кисереүе байрамға килеүселәрҙең кәйефендә лә асыҡ сағыла.

Бер юлы өс байрамды үҙ эсенә сараны сәнғәт эшмәкәрҙәренең сағыу сығыштары биҙәне. Ә инде бөгөнгө тантана төнгө сәғәт 11-ҙә ике майҙанда фейерверк менән тамамлана.

Фото №1 - Тау башында балҡый бер ҡала...

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ