Сарала һыу һәм һауа транспорты төрҙәре демонстрацияланды. Ағиҙелдә 60 төрлө һыу судноһы йөҙҙө. Байдаркалар һәм каноэлар, кәмәләр, катерҙар, теплоход һәм пароходтар парадын яр буйында йыйылған халыҡ яратып ҡараны.
Суднолар ике этапта йөҙөп үтте –тәүҙә ишкәкле һуңынан моторлы транспорт. Өфөнөң тыуған көнө, Рәсәй көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы билдәләгәндә бындай программа тәүгә ойошторолдо.
Һауала вертолеттар һәм Первушин аэродромынан өс самолет юғары пилотаж фигуралары яһап осто. Сараны амфитеатрҙа республика йондоҙҙары концерты дауам итте. Байрамға килеүселәр төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәр араһында баттл ойошторҙо.
Рәмилә Исмәғилева




