Өфө ҡалаһы көнөндә «Орлан» Күмертауҙа юлға сыҡты

Тиҙ йөрөшлө поездың өҫтәлмә сәфәре бөгөн асылды. Рейстар пассажирҙарҙың мөрәжәғәте нигеҙендә арттырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Күмертау йүнәлешендә ҡала яны поезы апрелдә йөрөй башлағайны.

Хәрәкәт теҙмәһенә ярашлы, пассажирҙар иртән эш көнө йәки уҡыуҙар башланыуға Өфөлә була, кире йүнәлештә Күмертауға киске сәғәттәрҙә ҡуҙғала. 2 ай эсендә поезда 8 мең кеше сәйәхәт иткән.

Яңы составтың вагондары ла арттырылған. Хәҙер ул 229 кешегә иҫәпләнгән. Пассажирҙар Өфө станцияһында оҙаҡ көтмәһен өсөн «Орлан» дың хәрәкәт теҙмәһе алыҫ араларға йөрөгән поездарҙыҡына ҡулайлаштырылған. Киләсәктә ҡала яны поезының маршрутын Ырымбур ҡалаһына тиклем һуҙыу күҙаллана.

Фото №1 - Өфө ҡалаһы көнөндә «Орлан» Күмертауҙа юлға сыҡты

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ