«Исемһеҙҙәр» Өфөлә. Зәки Вәлиди исемендәге китапханала ошолай тип исемләнгән күргәҙмә эшләй башланы. Рәсәй-Польша экспозиция проектын журналист Михаил Шимко менән Варшавалағы Фәндәр социаль академияһы студенты Доминика Хмелевская ойошторған.
Улар Лемки халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен өйрәнгән. Компьютер программалары ярҙамында ташландыҡ ауылдарҙы йәнләндергән. Күргәҙмә 8 июлгә тиклем эшләй. Һуңынан экспозиция башҡорт халҡын сағылдырған картиналар менән тулыландырылып Польшаға оҙатыла.
Айнур Кәбиров




