Өфө эргәһендә «Ворлдскилс» Рәсәй чемпионатын уҙғарыу майҙансығында эштәр тамамланыу алдында

Ярыш өсөн Рубежная урамында йәш һөнәрмәндәр паркы төҙөлә. Әле биналарҙың каркасы әҙер. Бында ҡыйығы ябылған 20 ҡоролма булырға тейеш. «Йәш һөнәрмәндәр» 9-сы милли чемпионатының финалы 21-25 июлдә уҙа.

Унда 105 һөнәри йүнәлеш буйынса 1800 кеше ҡатнаша. Милли чемпионат финалын уҙғарыу маҡсатында Башҡортостан 3 мең берәмектән ашыу төрлө эш ҡоралы һатып ала. Ярыштан һуң уларҙы уҡыу йорттары ҡарамағына тапшырыу ҡарала.

Фото №1 - Өфө эргәһендә «Ворлдскилс» Рәсәй чемпионатын уҙғарыу майҙансығында эштәр тамамланыу алдында

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ