Үрге һәм Түбәнге Йәркәй ауылдарын – яҡынса ун мең кешене хеҙмәтләндереүсе объект өсөн 217 миллион һум аҡса бүленгән. Полимер материалдарҙан эшләнгән ҡоролма 50 йылға иҫәпләнгән. Быға тиклемгеһе 1974 йылда төҙөлгән һәм анализдар талаптарға яуап бирмәгән.
Ҡоролманың 4 линияһы бер-береһенә бәйләнмәгән. Был уларҙы эш күләменә ҡарап айырым ҡулланырға мөмкинлек бирә. Таҙартыу дүрт кимәлдә ойошторолған. Механик, биологик, биореакторҙарҙа һәм фильтрҙа таҙартыу.
Ҡоролма модулле бинала урынлашҡан. Уны ҡышҡы ваҡытта технологик режимды боҙмай файҙаланырға була. Ультрафиолет менән зарарһыҙландырылғандан һуң һыу яҡындағы йылғаға түгелә.
Рәмилә Исмәғилева






