Йылайыр районында йәшәүсе пенсионерҙар социаль үҙәктә сәләмәтлеген нығыта ала

Йәйгеһен хаҡлы ялдағы граждандар өсөн саф һауала йога курстары ойошторола. Күнекмәләр өлкән йәштәге кешеләрҙең быуындарына һәм тотош организмына еңеллек килтерә, кәйефен күтәрә. Бынан тыш үҙәктә ирекмәндәр гаджеттар менән ҡуллана белмәгән өлкән йәштәгеләргә техник ярҙам дәрестәрен үткәрә.

Былтыр «Демография» милли проекты сиктәрендә социаль үҙәккә автобус бүләк ителгән. Транспорт сараһы мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы йөрөтә. Социаль үҙәк ярҙамы Йылайыр, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары граждандары өсөн ҡаралған.

Фото №1 - Йылайыр районында йәшәүсе пенсионерҙар социаль үҙәктә сәләмәтлеген нығыта ала

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ