«Страховка» үләне лә сенажға инә, сөнки быйыл ҡоролоҡ арҡаһында күп йыллыҡ үлән күләме ғәҙәттәгенән әҙерәк. Республикала күп йыллыҡ үләндәр 75 мең гектарҙан ашыу ерҙә сабылған.
Мал аҙығын әҙерләү буйынса лидерҙар иҫәбендә Борай, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары. Шишмә районының «Нурис» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһында мал аҙығы әҙерләү барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Ҡандала үләне баҫыуы күҙҙе сағылдырырлыҡ һап-һары диңгеҙҙе хәтерләтә. Сәскәһенән бал ҡорттары бал йыйып ҡалырға тырыша, ә аграрийҙар көндәр ҡоро торғанда сабып алырға. Механизатор Хәлит Ахунов йөрөткән сапҡыс ете метр киңлекте иңләй.
Шишмә районының «Нурис» хужалығында был «страховка» үләне 200 гектарҙа сәселгән. Гектарынан 120 центнер тирәһе сыға. Сабылғаны баҫыуҙың икенсе башынын шунда уҡ йыйып сенажға турала. Хужалыҡта мең ярым баш мал аҫырала, уның 640-ы – һауын һыйыры. Улар көтөүгә сығарылмағас, аҙыҡ йыл әйләнәһенә кәрәк.
Мал аҙығы әҙерләүгә республика быйыл ике аҙна алдан төштө. Шишмә районында ғәҙәттә, ул йыл ярым ваҡытҡа запас менән әҙерләнә. 8 мең тонна бесән һәм 20 мең тонна сенаж һәм силос һалыу ҡаралған.
Силосҡа тәғәйен кукуруз баҫыуына ашлама индерелә һәм рәт аралары эшкәртелә. Республикала аграрийҙары шулай уҡ бесән әҙерләүгә төштө. Төбәктә 28 мең тонна бесән һәм 148 мең тонна сенаж һалынған.
Рәмилә Исмәғилева




