Был уникаль проект дәүләттән бирелгән аҡсалата ярҙамға тормошҡа ашырылған. 2018 йылда урындағы фермер 3 миллион һумлыҡ грант ота. Йүнсел фекерҙәштәр туплап эш башлай. Ләкин ғәҙәтләнгән йүнәлештә түгел.
Татлы ризыҡты ул төрлө тәбиғи ҡушылмалар менән байытып матур ҡаптарға тултырып һатыуға сығара. Әле продукция менән сит илдәрҙән дә ҡыҙыҡһына башлағандар.
Солоҡтар « Мораҙым тарлауығы» паркы сигендә урынлашҡан. Әле умарталыҡта 40 күс. Киләсәктә уларҙың һанын арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ умарталыҡты туристарға күрһәтер өсөн дә ҡулайлаштырасаҡтар.
Руслан Ғүмәров, ауыл хужалығы кооперативы рәйесе
Солоҡтарыбыҙ ҙа бар, ҡырҡтан ашыу түмәр умарталар ҙа ултырттыҡ. Бындай умарталарҙа ҡорттарға иркенерәк. Шуға күрә мул уңыш алырбыҙ тип ышанабыҙ.
Айнур Кәбиров




