Инвесторҙар 3 миллиард 400 миллион һум бүлгән. Бәләбәй, Өфө, Мәләүез, Йәрмәкәйҙә ҡеүәтле проекттар эш башлаған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле исемлектә 42 проект күрһәтелгән. Бының өсөн яҡынса 51 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Республикала Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте концепцияһы ҡабул ителгән. Программа 5 йылға иҫәпләнгән.




