Өфөлә июль аҙағында WorldSkills Russia милли чемпионаты уҙғарыла. Бының өсөн баш ҡаланың “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге янында Йәш һөнәрмәндәр паркы төҙөлә. Сараны ойоштороу буйынса техник дирекция етәксеһе Андрей Стариков әйтеүенсә, июнь аҙағына япмалы майҙансыҡтар әҙер була.
WorldSkills Russia - “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты Өфөлә 21-25 июлдә үтә. Унда 1 мең 800-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ 105 йүнәлеш буйынса ярыша.






