“Вектор” социаль проекты буйынса пенсионерҙар өсөн төрлө саралар ойошторола. Әүҙем оҙон ғүмер һәм сәләмәтлек йылы уңайынан ололар өсөн дауалау физкультураһы дәрестәре даими үткәрелеп килә. Ошо көндәрҙә райондың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге булышлығында йога курсы ойошторолдо. Проектта ҡатнашыусы Фәндиҙә Ҡоҙашева һәм Эльмира Рәмова фекерҙәре менән уртаҡлаша.




