Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән санитар-эпидемиологик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр барлана. Ултырышта тимер юл аша пассажирҙарҙы ташыу, янғын һәм һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтары иҫкәртеү мәсьәләләре ҡарала, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ аҙналағы һәм мәктәп уҡыусыларының фән олимпидаларында ҡатнашыуына йомғаҡ яһала. Кәңәшмәне Хөкүмәттең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.






