Башҡортостан ҡыҙҙарынан кем Олимпиадаға барыр?

Фото №1 - Башҡортостан ҡыҙҙарынан кем Олимпиадаға барыр?

Ҡаһирәлә заман биш алышы буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда милли команда составында беҙҙең республиканан Гөлназ Ғөбәйҙуллина һәм Ульяна Баташова сығыш яһаны. Улар эстафетала көмөш миҙал яулап, Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын алды. Быға тиклем Башҡортостандан тағы бер спортсы – Аделина Ибәтуллина Европа чемпионатында еңеп, шулай уҡ Олимпиадаға путевкалы булды. Әммә Рәсәй абруйлы ярышҡа ике спортсыны ғына ебәрә ала. Шуға Рәсәйҙең заман биш алышы буйынса федерацияһына кемде ебәрергә ошола арала хәл итергә кәрәк. Йәйге Олимпиада июль-августа Токиола үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ