Дауаханаға эләккән сирлеләрҙең күбеһе вирусҡа ҡаршы прививка яһатмаған. Бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо турала белдерҙе.
Яҡын арала республикаға коронавирустан 20 мең дана вакцина килтерелә. 170-тән ашыу урында, шул иҫәптән, мобиль пункттарҙа прививка эшләтергә мөмкин. Максим Забелин халыҡты вакцина яһатырға өндәй.
Республикала 326 мең кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да эшләткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡҡа прививканың әһәмиәте тураһында аңлатыуҙы көсәйтергә ҡушты.
Ил төбәктәрендә коронавирус йоҡтороусылар арта. Уяулыҡты юғалтмайыҡ, тине Радий Хәбиров. Кесаҙна үтәсәк оператив штаб ултырышында коронавирус менән көрәш саралары ҡарала. Юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал. Башҡортостанда пандемия башланғандан алып, вирус йоҡтороусылар 39 мең 651-гә етте.






