Ул 1 мең 225 урынға иҫәпләнә һәм төньяҡ-көнбайыштағы иң ҙур белем усаҡтарының береһе була. 4 ҡатлы бинала ике спорт залы, иркен ашхана һәм ҙур тамаша залы урынлаша. Мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн пандус һәм лифттар ҡаралған. Подрядсы ойошма йыл аҙағына эштәрҙе тамамларға планлаштыра.




