Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышын уҙғарырға ҡушты. Унда вирус менән көрәш саралары ҡарала.
Июлдә республикала фольклориада һәм “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты, августа спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты була. “Ҙур саралар һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнешлек төшөрмәҫкә тейеш”, - тине республика етәксеһе.






