Динар Ғилметдинов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын 16 йыл етәкләне. Ул карьераһын артабан Дәүләт Думаһында дауам итергә йыйына. Бөгөн юл полицияһы етәксеһе журналистар менән осрашты.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса полиция полковнигы Владимир Севастьянов башҡара.






