Өфөлә бушлай экскурсия автобусы йөрөй башланы

«Вектор-Next» маркалы пассажирҙар ташыусы транспорт «Торатау» Конгресс-холы - Ағиҙел яры буйы» маршрутын хеҙмәтләндерәсәк.

«Башавтотранс» предприятиеһының Һаҡлыҡ банкы менән берлектә ғәмәлгә ашырған проекты баш ҡала халҡында һәм ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә. Тәүге өс көндә яңы маршрут өҫтөнлөктәре менән йөҙҙәрсә турист файҙаланып өлгөргән. Пассажирҙар әйтеүенсә, был автобус менән айырыуса яр буйынан тауға менеү уңайлы.

Экскурсия автобусы көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт университеты туҡталышынан ҡуҙғалып Зәки Вәлиди урамы, «Дуҫлыҡ монументы» һәм Ағиҙел яры буйлап үтә. Рейстар араһы 45 минут. Хәрәкәт теҙмәһе менән автобус үтәсәк туҡталыштарҙа танышырға мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә бушлай экскурсия автобусы йөрөй башланы

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ