Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек дауам итә

«Өфө-Арена « спорткомплексында мәҙәни сараны асыу тантанаһына сәхнә ҡорола башланы. Был майҙанда артистар әҙерләгән бай программалы концерт һәм репетициялар үтәсәк. Фольклориаданы ойоштороусылар теләге буйынса, әлегә тамаша тәртибе сер булып һаҡлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фольклориада быйыл июлдә Башҡортостанда уҙа. Халыҡ ижадын һаҡлауға йүнәлтелгән фестиваль тәүге тапҡыр Нидерландта 1996 йылда ойошторолған һәм шул осорҙан дүрт йыл һайын үтә.

Беҙ торған майҙанда фестивалде асыу тантанаһы үтәсәк. Тамашасыларҙы хайран ҡалдырырлыҡ ижади сығыштар әҙерләнә. Әлегә программаның нескәлектәрен асыҡламай торабыҙ, әммә быҡ ҡыҙыҡлы мәҙәни шоу көтөлә.

Айҙар Зөбәйҙуллин, Х.әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры
Фото №1 - Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ