Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китеүен белдерҙе

Хеҙмәт кенәгәһен алған. Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китеүен белдерҙе. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Динар Ғилметдинов Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй. Дәүләт автоинспекцияһында ул 1991 йылдан хеҙмәт итә, 2005 йылдан идаралыҡты етәкләй.

Ошо ваҡыт арауығында республикала автотранспорт һаны артыуға ҡарамаҫтан, юлда авариялар ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Хәҙер инде дәүләт автоинспекцияһының элекке етәксеһе Өфөнөң һәм республиканың төп автомагистралдәрендә транспорт ағымын бүлеүгә ирешә.

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәү камералары күбәйеүе һөҙөмтәһендә хәүефле участкаларҙа үлемесле осраҡтар, шул иҫәптән йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар кәмей. Һайлауҙа еңгән осраҡта Динар Ғилметдинов ҡануни нигеҙҙә юлдарҙа хәүефһеҙлек кимәлен яҡшыртыу өҫтөндә эшләмәксе.

Фото №1 - Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китеүен белдерҙе

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ