Ул Әбйәлил районындағы шәхси хужалыҡтан Өфөгә килтерелде. Белгестәр әйтеүенсә, үҫенте өс йыллыҡ ул баш ҡала тупрағына берегеп үҫкән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр көҙ, билдәһеҙ әҙәмдәр меңәр йыллыҡ ҡарағастарҙы бысып, уларҙа ҙур зыян килтергәйне. Экоирекмәндәр менән ғалимдар тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡотҡарыу буйынса махсус операция ойошторҙо.
Өфө лимонарийы башланғысты күтәреп алды. Ғәҙәттә, ҡарағастарҙың олоно төҙ була. Ҡужан ҡарағастары бөҙрә, формаһы түңәрәк. Улар ерҙән метр ярым бейеклектә үҫә.
Рафиҡ Әхмәтшин






