Биләмәлә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы тәүгә генә ойошторолмай, изге йолаға әүерелгән. Сараға әҙерлек сиктәрендә ихаталар төҙөкләндерелә, үҙәк урам юлдарына ҡырсынташ түшәлә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Етеле шәм» фольклор ансамбле солистары дәртле йыр-бейеүҙәр, милли ризыҡтар менән тыуған яғын сит тарафтарҙа данлаған ауылдаштарын ҡаршылай. Тамырҙары Әбйәлил районы Ишбулды ауылынан булған олоһо-кесеһе алыҫ араларҙы яҡынайтып сираттағы тапҡыр атай йортона аяҡ баҫты. Көтөп алынған осрашыу, яҡташтар йыйыны.
Байрамға әҙерлек ике йыл дауам иткән. Ҡыҙыл йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ауыл күҙгә күренеп үҙгәрә. Ишбулдылар берҙәм көс менән ихата-урамдарын төҙөкләндерә. Сәкинә менән Хәмитйән Ғилмановтар ҙа яҡташтар осрашыуына етди әҙерләнеп, алты балаһын да йыйынға саҡыра.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын ойоштороу майҙаны булараҡ ауыл янындағы аҡлан һайлап алына. Сәхнә төҙөлә. Күәлмле сара үҙешмәкәр коллективтар сығышынан башланды. Тыуған яҡ тураһында тарихи мәғлүмәттәр ҙә еткерелде. Әйткәндәй, Ишбулдыны халыҡ телендә Ахай, муллалар ауылы тип йөрөтәләр. Биләмәлә дин юлында булып, изге ғәмәлдәгеләр күп.
Районда быйыл ун ике ауыл биләмәһендә яҡташтар осрашыуын уҙғарыу планлаштырылған. Тәүгеләрҙән булып сараны Ишбулды һәм Әбйәлил ауылдарында йәшәүселәр үткәрҙе.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы ойошторолған майҙан һабантуй яланын хәтерләтте. Ишбулдылар ҡунаҡтарҙы милли уйындарға, спорт сараларына әйҙәне. Шул уҡ ваҡытта урындағы ҡул оҫталарының эштәре лә халыҡты хайран ҡалдырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина






