Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге ошондай беренсе кәңәшмә Иглиндә ойошторолдо. Унда районды үҫтереү стратегияһы ҡаралды. Өфө ҡалаһы ҙурая барыуға бәйле, һуңғы 10 йылда районда халыҡ һаны күпкә артҡан. Шуға мәктәп һәм балалар баҡсаларында урын етмәй, яңы дауалау ойошмалары кәрәк. Андрей Назаров әйтеүенсә, яҡын арала ауыл дауаханаларына алты медицина автомобиле ҡайтарыла, район поликлиникаһына яңы флюорограф ҡуйыла. 2022 йылда полилингваль мәктәп-интернат төҙөлә башлай. Быйыл 18 километр юл ремонтлана, Красный Восход ауылында һөт эшкәртеү заводы ҡайтанан тергеҙелә.




