Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урындар алыу күрһәткесе буйынса илдә 9-сы урынға күтәрелгән. Былтыр беҙҙең республика 17-се ине. Айбулат Хажин әйтеүенсә, тарихта беренсегә Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй командаһы составында халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашыу өсөн саҡырыу алған.




