Премия Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы тарафынан икенсе йыл рәттән тапшырыла. Быйыл 27 кеше абруйлы исемгә лайыҡ булған. Улар араһында Сибайҙан Сафа Ишмөхәмәтов бар.
Сафа Ишмөхәмәтовтың уртансы улы Динислам һөйләй.
Быйыл “Атайлыҡ даны” наградаһына 184 заявка ебәрелгән. Премия ғаиләлә һәм йәмәғәт тормошонда да өлгөлө атайҙарға тапшырыла.






