Республикала юғары тиҙлекле тимер юл селтәре булдырыла

Фото №1 - Республикала юғары тиҙлекле тимер юл селтәре булдырыла

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, өс этаптан торған проект әҙерләнгән. 2022-2023 йылдарҙа “Ҡарлуғас” тип аталған  ҡала яны поездарын ебәреү күҙаллана.  Ведомство башлығы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошоларҙы хәбәр итте.

Республикала юғары тиҙлекле тимер юл селтәре булдырыла

Әле Транспорт министрлығы һәм Куйбышев тимер юлы белгестәре билдәләнгән күрһәткестәргә ирешеү юлдарын ҡарай. Проект тормошҡа ашырылһа, автомобиль юлдарында көсөргәнешлек кәмей, шулай уҡ аварияларҙы аҙайтырға мөмкин.  Июлдә Ырымбур өлкәһе Транспорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә күсмә кәңәшмә уҙғарыу планлаштырыла. Өфөнән Ырымбурға тиклем 410 километр. Поезда был араны 5-6 сәғәттә үтергә була, ти эксперттар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тимер юл транспортын яңыртыуҙың мөһим булыуын билдәләне.

Республикала юғары тиҙлекле тимер юл селтәре булдырыла

Быйыл тимер юл транспорты 1 миллион 200 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ