“Мин үлмәнем, башҡорттарым!” Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда “Салауат Юлаев шәхесе һәм мираҫы” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. “Салауат башҡорт халҡының данлы улы. Әммә уға бер халыҡтың батыры итеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ. Ул халыҡтарҙы берләштереүсе оло шәхес,”, - ти филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев.
Бөгөн батырҙың тыуған ере – Салауат районында тантаналы саралар үтә. Интернетта халыҡ ҡаһарманының тыуған көнөнә бағышланған флешмоб ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙә табырға була.






