Башҡортостан Республикаһында табиптар етешмәй

Фото №1 - Башҡортостан Республикаһында табиптар етешмәй

Был турала “Сәләмәтлек сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә белдерелде. Быйыл республика менән идара итеү үҙәге системаһы ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәрҙән 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Иң күп ялыуҙар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары һәм Шишмә, Баҡалы райондарынан килгән. Кешеләр ҡабул итеүгә яҙылыуҙа ҡыйынлыҡтар булыуы, поликлиникала сираттар барлыҡҡа килеүе тураһында яҙған.

Йәш белгестәр диплом алғандан һуң, проблема бер ни тиклем хәл ителер, тип көтөлә. Медицина университеттарында имтихандар тамамланғас, профессор һәм педагогтар “Сәләмәтлек поезы” эшендә ҡатнаша ала. Республика менән идара итеү үҙәге йәш белгестәр араһында фекер белешеү уҙғарырға әҙерләнә. Маҡсат – уларҙы эшкә дәртләндергән сараларҙы асыҡлау.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ