Был турала элекке баш автоинспектор Динар Ғилметдинов белдерҙе. Юл инфраструктураһын яҡшыртырға кәрәк. Шул осраҡта электр самокаттарға бәйле мәсьәлә хәл ителер, тип иҫәпләй Динар Ғилметдинов.
Был минуттарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа электр самокаттарға бәйле һөйләшеү башланып тора. Унда парламент депутаттары, автоинспекторҙар һәм хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.






