Урында йәшәүселәр социаль селтәрҙә видеояҙма менән уртаҡлашҡан. Унда Билал һәм Өмөтбай ауылдары араһындағы юлды бөжәктәр һырып алыуы төшөрөлгән.
Ҡара сиңерткә күсеп йөрөй. Бөжәктәр хатта транспорт хәрәкәте өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Белгестәр фекеренсә, яҙҙың эҫе һәм ҡоро килеүе ҡара сиңерткә үрсеүенә килтергән.






