Республика уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урын яулау буйынса илдә 9-сы урында

Фото №1 - Республика уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урын яулау буйынса илдә 9-сы урында

Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы балалары иң белемлеләр исемлегендә. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары физика һәм география буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инде. Улар халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша ала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бүтән райондарҙа ла һәләтле балалар менән шөғөлләнеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты.

Республика уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урын яулау буйынса илдә 9-сы урында

Мәғариф һәм фән министрыАйбулат Хажин фекеренсә, күрһәткестәрҙе яҡштыртыу өсөн, күнекмәләр үткәрергә, алдынғы университеттарҙан педагогтар саҡырырға кәрәк.

Республика уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урын яулау буйынса илдә 9-сы урында

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы 24 фән буйынса үтә. Яҡшы һөҙөмтәләр юғары уҡыу йортона ингәндә льгота бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ