Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Панов вафат булған

Фото №1 - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Панов вафат булған

Был турала Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Уға 70 йәш ине. Николай Панов Амур өлкәһендә тыуған. 1974 йылда Стәрлетамаҡ рус драма театрында хеҙмәт юлын башлай. Бер урында 50 йылға яҡын ижад итә, 150-нән ашыу роль башҡара, режиссер булараҡ байтаҡ спектаклдәр сығара. Мәрхүм менән хушлашыу сараһы 18 июндә Стәрлетамаҡ Рус драма театрында үтә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ