Республика халҡы юғары тиҙлекле поездарҙа йөрөйәсәк

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, өс этаптан торған проект әҙерләнгән. 2022-2023 йылдарҙа «Ҡарлуғас» ҡала яны поездары йөрөй башлай. Әле министрлыҡ һәм Куйбышев тимер юлы белгестәре аталған күрһәткестәргә ирешеү юлдарын ҡарай.

Проект тормошҡа ашырылһа, автомобиль юлдарында көсөргәнешлек кәмей, шулай уҡ аварияларҙы аҙайтырға мөмкин. Июлдә Ырымбур өлкәһенең Транспорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә күсмә кәңәшмә уҙғарыу планлаштырыла. Өфөнән Ырымбурға тиклем 410 километр. Тимер юл аша был араны 5-6 сәғәттә үтергә була, ти эксперттар.

Фото №1 - Республика халҡы юғары тиҙлекле поездарҙа йөрөйәсәк
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ