Ауырғазы районы «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһында мал аҙығын үҫтереү өсөн ҡеүәтле һыу һиптергес файҙаланыла башланған. Тәгәрмәсле ҡоролма ярҙамында бесән, сенажды өс тапҡыр күберәк әҙерләргә мөмкин.
Тәүлек әйләнәһенә яланды иңләгән техника 84 млн һумға һатып алынған. Сумманың бер өлөшө ауыл хужалығы министрлығынан бүленгән грант аҡсаһын тәшкил итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
25 йыл ауыл хужалығы тармағында эшләгән Айрат Рәжәпов быйыл предприятиела заманса һыу һиптергес менән эш башлап ҡыуанған. Туҡай ауылы эргәһендәге күлдән алынған һыу ямғыр тамсыларындай хужалыҡ яландарына һиптерелә. «Уңыш» хужалығы эшселәре сенажға люцернаның беренсе партияһын йыйып алып, киләһе уңышҡа иҫәп тота.
Сабылған майҙандан 9 мең тоннаһы тирәһе үлән йыйылған. Сенаж әҙерлеге тураһында һүҙ барғанда был һандар ғәҙәти норманан күпкә юғары тип иҫәпләнә.
Аграрийҙар әйтеүенсә, һыу һиптергес хужалыҡта етештерелгән продукция күләменә йоғонто яһай. Белгестәр фаразы буйынса, мал аҙығы күп булғас ит менән һөт тә артасаҡ.
Ситтән ҡарап торғанда был ҡоролма бер урында ғына тора һымаҡ, әммә ул тәгәрмәстәр ярҙамында өҙлөкһөҙ күсеп йөрөй. Система 80 тәүлек эсендә 60 гектар майҙанда һыу һибеп сыға. Ҡеүәтле техника аграрийҙарҙың көндәлеген еңелләштерә һәм иң мөһиме – ямғыр яумаған осраҡта ла мул уңыш йыйыу мөмкин буласаҡ тигәнде аңлата.
Флорида Ким




