Баймаҡ районында малсылар көс һынашты

Һауынсылар һәм зоотехниктар бәйгеһе йәйләү шарттарында үтте. Мул һөт миҙгелендә уҙғарылған конкурс барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

Йыл һайын ойошторолған сараны ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көтөп ҡала. Быйыл һөнәри ярышта 8 һауынсы һәм 4 яһалма ҡасырыусы ҡатнашты. Ришат Рәшитов «Күлтабан» мегафермаһында алты йыл ветеринар-санитар булып эшләй. Үҙ эшмәкәрлегендә һыйыр һауыу - уның төп бурыстарының береһе.

Ярыш барышында һауынсылар тиҙлеккә һауын аппаратын һүтеп йыйҙы, һыйырҙарҙы һауынға әҙерләне, һөттөң сифатын тикшерҙе. Яһалма ҡасырыусылар иһә күсмә лабораторияларҙа эшләне. Практиканан һуң конкурсанттарҙың теоретик белемдәре лә тикшерелде.

Көсөргәнешле ярышта иң-иңдәре булып «Кузнецов» крәҫтиән фермер хужалығы һауынсыһы Галина Кузнецова һәм «Күлтабан» мегафермаһы яһалма ҡасырыусыһы Илнур Рәмиев билдәләнде. Семинар һуңында хужалыҡ етәкселәре республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән осрашты.

Фото №1 - Баймаҡ районында малсылар көс һынашты
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ