Унда Октябрьскийҙа етештерелгән һөт ризыҡтары таратыла. Һөт аҙыҡтары менән бушлай өс йәшкәсә 200 ҙән ашыу бала тәьмин ителәсәк. Пунктты асыу тантанаһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булып ҡайтты.
Күп балалы атай Айрат Моратов кинйә улына һөт аҙыҡтары ала. Быға тиклем Саҡмағошта бындай продукция дарыуханала таратылған. Элеккеһе Рәсәйҙә етештерелгән булһа, яңы пунктта Октябрьскийҙыҡы.
Сират йыйылырға ла өлгөрҙө. Тыныс ҡына үҙ ваҡытын көтөп торған Севара Гәрәева дүрт бала әсәһе. Дәүләттән бындай ярҙам бик урынлы, ти ул.
Башҡортостанда 130 урында һөт аҙыҡтары таратыла.Улар фирма пункттары һәм павильондары, дарыуханалар һәм поликлиникаларҙа урынлашҡан.
Балалар өсөн махсус продукция Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡта эшләнә. Производство өсөн һөт заводтары сеймалы алына. Һөт, ҡаймаҡ, кефир , йогурт – бөтәһе лә бөгөн генә етештереү линияһынан сыҡҡан. Социаль программа буйынса ҡулланыусыға уны шул уҡ көндө алып барып еткереү ҡаралған.
Һөт кухнялары 2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тергеҙелә башланы. Саҡмағошта 59-сы таратыу пункты. Киләсәктә тағы яңыларын асыу көтөлә.
Һөт кухняһы продукцияһы өс йәшкәсә балаларға һәм аҙ тәьмин ителгән йөклө, бала имеҙеүсе ҡатындарға тәғәйенләнә.
Рәмилә Исмәғилева






