Урманда аҙашҡанда иҫән ҡалыу һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш серҙәре

Республикала йәш экологтар араһында ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

«Ҡурсаулыҡ дуҫтары» тип исемләнгән слет Ишембай районында үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 80 йәш эколог ҡатнашты. Өс көн дауамында үҫмерҙәр төрлө бәйгеләрҙә, конференцияла ҡатнашты. «Торатау» итәгендәге тереклек менән яҡындан танышты.

Слет ваҡытында командалар ҡурсаулыҡ биләмәһен һаҡлау буйынса үҙ проектын яҡланы. Сараның маҡсаты экология хәрәкәтенә балаларҙы йәлеп итеү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Слет быйыл 15-се тапҡыр үтте.

Фото №1 - Урманда аҙашҡанда иҫән ҡалыу һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш серҙәре

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ