Аҡъяр ауылында йәшәүсе Закирйән Йәнғолов яңы электр двигателе уйлап тапҡан

Һәүәҫкәр электромеханик ҡоролма схемаһын 1980 йылда уҡ һыҙып ҡуя. Шул мәлдән механизмды йыйыу менән мауыға. Аҡъяр Кулибины ҡоролмалар менән эш иткәндә белгестәр менән кәңәшләшеп, двигателде йыл һайын камиллаштыра. Ул төҙөгән механизм бушлай электрҙы өс тапҡырға күберәк бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә энергия халыҡҡа күпкә арзаныраҡҡа төшә.

Электр двигателенән тыш, оҫта төрлө һыу һурҙырғыс, тимер ҡырҡҡыстар ҙа эшләй. Әле Аҡъяр Кулибины техникаһына патент алырға теләй. Матди мөмкинлектәр сикле булыу сәбәпле, бағыусы ярҙамына ла иҫәп тота.

Фото №1 - Аҡъяр ауылында йәшәүсе Закирйән Йәнғолов яңы электр двигателе уйлап тапҡан

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ